Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре өйҙәренән посылка һәм хаттар алған

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

«Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор менән бергә яҡташтарыбыҙ урынлашҡан урынға барып еткән. Улар яугирҙарға өйҙәренән күстәнәс, хаттар килтергән.

Шулай уҡ егеттәр менән аралашып, уларға әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә. Әле хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр исемлеге төҙөлә. Беҙ гуманитар ылау әҙерләйбеҙ, тиҙҙән уны алғы һыҙыҡҡа оҙатабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!» – тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре өйҙәренән посылка һәм хаттар алған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ