Республика көнө алдынан Асҡын районы Ҡашҡа ауылында яңы күпер асылды

Төй йылғаһының ике ярын тоташтырған объекттың оҙонлоғо 108 метр. Гөмбә, Яңы Сөйөш, Солтанбәк ауылдары халҡы ла хәҙер тура юлдан йөрөйәсәк. Асҡын районы халҡының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Яңы күпер буйлап йөк машиналары үтә. Техника Яңы Сөйөш ауылындағы ваҡлау заводына етештереү материалдарын ташый. Уларҙы Ҡашҡа ауылы халҡы ҙур шатлыҡ менән оҙата, сөнки күперҙе улар 2010 йылдан бирле көткән.

Күперҙе асыу тантанаһы Ҡашҡа ауылы халҡы өсөн ысын байрамға әүрелде. Төҙөүселәрҙе улар рәхмәт йөҙөнән йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Күперҙең киңлеге 6 метр, уның ситенән йәйәүлеләр өсөн тротуар ҙа һалынған. Гөмбә, Яңы Һөйөш, Солтанбәк ауылы халҡы хәҙер Төй йылғаһы аша теләгән ваҡытта үтә ала. Яңы конструкция аша шулай уҡ мәктәп автобустары, тиҙ ярҙам машиналары йөрөйәсәк.

Иҫке күперҙе һүтеп яңыһын «Газгеология – Өфө» яуаплылығы сикләнгән ойошма төҙөгән. Шулай уҡ Әмир ауылына урау юлдың 5 саҡрымға яҡын өлөшөнә асфальт түшәлгән. Яңы күпер күрше ауылдарҙа йәшәүсе мең ярым кеше өсөн ҙур бүләккә әүерелде.

Фото №1 - Республика көнө алдынан Асҡын районы Ҡашҡа ауылында яңы күпер асылды

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ