Кесе Ватанға юғары мәҙәниәт

Ейәнсура районының Яңы Петровское ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто тәүге тамашасыларын ҡабул итте. Сәхнәлә хәҙер иҫке йыр-бейеүҙәр ҙә яңыса яңғырай, сағылыш таба.

Был мөмкинлек «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. 1970 йылда төҙөлгән бина хәҙер ысын мәғәнәһендә сәнғәт ҡорамына әйләнгән.

Стеналар ғына түгел, хәҙер бында атмосфера ла яңы. Ауылдың мәҙәни тормошо хәҙер тағы ла сағыуыраҡ буяуҙарға мансылды, ти һәүәҫкәр артистар. Отолған грантҡа ауыл клубы ҡыйығынан алып сәхнә кейемдәренә тиклем яңыртылған. Хәҙер бында ижади коллективтар шөғөлө өсөн заманса шарттар тыуҙырылған. Тамаша залы иһә ҡала мәҙәниәт һарайҙарынан бер ҙә ҡалышмай.

Яңы Петровское ауылында 600 кеше йәшәй. Мәҙәни тормош бында капиталь ремонт ваҡытында ла туҡтаманы, дәртле халыҡ йәшәй, ти урындағылар. Бынан ары иһә ижади ҡомар, мәҙәни тормош тағы ла йәнләнәсәк. Хатта күрше тирәләге ауылдарҙы ла концерттар менән ҡыуандырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты аҡсаларына автобус һатып алынған. Хәҙер һәүәҫкәр артистар район эсендә гастролдәргә, баш ҡалала үткән төрлө мәҙәни фестивалдәргә лә йөрөй ала.

Фото №1 - Кесе  Ватанға  юғары  мәҙәниәт

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ