Ул заманында ошо белем усағында уҡыған һәм хеҙмәт юлын башлаған Ансар Төлкөбаевтың тәҡдиме менән ҡуйылған. Скульптураны Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләгән. Объектты асыу тантанаһынан БЮТ киләһе репортаж.
Байым мәктәбе алдындағы һәйкәлдә уҡытыусы хеҙмәтенең бар асылы сағылыш тапҡан. Ҡулына китап һәм указка тотҡан мөғәллим баланы глобус менән таныштыра. Тормошта ла шулай, уҡытыусы оло донъяға ишек аса, аң-белемгә һөйөү тәрбиәләй, күңелгә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ орлоҡтары һала. Һәйкәлде ҡуйыу тәҡдимен Әбйәлил ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев күтәреп сыҡҡан, заманында ул ошо белем усағында уҡыған, хеҙмәт юлын башлаған.
Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен Байым мәктәбе коллективы ла, сығарылыш уҡыусылары ла, ауыл халҡы ла дәррәү күтәреп ала. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан.
Мәғариф ветерандары фекеренсә, был һәйкәлдең тап Байым мәктәбе алдында ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Ул тотош Башҡортостанға билдәле данлыҡлы мәғариф учреждениеһы, заманында белем усағы Мәскәү, Өфө ғалимдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, белем биреүҙең яңы алымдарын үҙләштереүгә тос өлөш индерә.
Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләгән. Был Әбйәлил районында изге һәм бөйөк һөнәр эйәһенә ҡуйылған тәүге объект. Әммә район хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, киләсәктә лә был йүнәлештәге эш дауам итәсәк. Сөнки бөгөнгө заманда уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү айырыуса мөһим.
Уҡытыусылар тураһында меңдәрсә шиғыр юлдары, йырҙар, картиналар, фильмдар ижад ителгән. Был аңлашыла, һәр кемдең яҙмышында, шәхес булып формалашыуында уҡытыусы айырым урын биләй. Был һөнәр эйәләре оло ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Әбйәлил районы Байым ауылында асылған һәйкәл ошо мөнәсәбәттең бер сағылышы.
Рәмзиә Кәримова




