Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре

Баймаҡ районы Түбә ауылы мәктәбе уҡыусылары янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Сөнки алдағы йылдарҙан күренеүенсә, көндәрҙең һыуытыуы ут сығыу осраҡтарының артыуына килтерә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр райондың белем учреждениеларында йыш үтә. Шуның өсөн дә ҡапыл ғына иҫкәртеү сигналының яңғырауы уҡыусыларҙы аптырауға һалманы. Ғәҙәт буйынса мәктәп коллективы һәм балалар эвакуация өсөн билдәләнгән урынға сыҡты.

Шартлы рәүештә уҡыу бүлмәһендә ут сығыуы һәм унда бер бала тороп ҡалыуы асыҡланды. Янғын һүндереүселәр тәү сиратта кешене ҡотҡарҙы , унан һуң утты һүндерҙе. Был эште Түбә ауылы янғын һүндереү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тейешле ваҡыт арауығында атҡарып сыҡты.

Күнекмә һуңында янғын һүндереүселәр уҡыусылар менән осрашты. Улар балаларға үҙ эштәре тураһында һөйләп, махсус эш ҡоролмалары менән таныштырҙы. Янғын хәүефһеҙлеге – тормош хәүефһеҙлеге. Шуға ла һәр кем ябай ғына ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тотһон ине.

Фото №1 - Тормош хәүефһеҙлеге  нигеҙҙәре
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ