Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡала советы депутаттарынан «Ҡайтыу аллеяһы»

Ҡаланы үҙенсәлекле проект ярҙамында йәшелләндереү идеяһы 30 сентябрҙән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев менән берлектә тормошҡа ашырыла башланы.

Комсомол урамы 94/1 һәм 106-сы йорттар араһында 130 төп йүкә һәм муйыл ағастары ултыртылды.

Бынан тыш, халыҡ уңайлығы өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, брусчатка йәйелгән. Бөгөн дә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Октябрь районындағы «Ҡайтыу аллеяһы»нда йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Фото №1 - Дәүләт Думаһы һәм Өфө ҡала советы депутаттарынан «Ҡайтыу аллеяһы»

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ