Өфөгә «Арктикала каникул» интерактив музейы килде

  Дөрөҫ, ике көн генә. Баш ҡалаға ошо исем аҫтында йөрөгән мобиль мультимедиялы интерактив музей килде.

Өфө халҡы Валериан Альбанов музейы алдында ойошторолған экспозицияла полярниктар тормошо, данлы экспедициялар, арктикала йәшәүсе халыҡ көнитмеше, ундағы хайуандар донъяһы менән таныша ала.

«Арктикала каникулдар» марафоны Мәскәүҙән старт алып Рәсәйҙең ете төбәгендә үтәсәк. Тәгәрәмәсле экспозиция музей Өфөгә тиклем Түбәнге Новгород, Ҡазан, Пермь ҡалалаларында булып өлгөргән. Беҙҙән иһә эстафетаны Тула ҡабул итә. Автобус-музейға килеүселәр Арктика буйлап виртуаль сәйәхәткә сыға ала.

Ниндәй генә интерактив булмаһын арктика тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер музейға ғына һыйҙырырлыҡ түгел. Урамда ҡоролған төньяҡ халыҡтары тирмәһе эсендә көнкүреш шарттары менән дә танышырға мөмкин. Балаларға шулай уҡ билдәле сәйәхәтселәр, арктикаға экспедиция ойошторосылар, ҡотопсолар менән танышыу мөмкинлеге тейәсәк.

Дөрөҫөн әйткәндә беҙ Арктика тураһында бик аҙ беләбеҙ. Ә бит ул беҙҙең илдең өстән бер өлөшөн биләй. Шуға ла беҙҙең төп маҡсат балаларҙа хыял уятыу. Минең дә диңгеҙсе, ҡотопсо булыу хыялы тап ошондай сарала барлыҡҡа килде. Автобус-музейҙа ла балаларҙың күңелендә летчик, моряк, сәйәхәтсе, ҡотопсо булыу теләге, кәм тигәндә арктиканы барып күреү хыялы уянһа бик шатбыҙ.

Василий Богословский, «Таҙа диңгеҙҙәр» халыҡ-ара экология фонды генераль директоры
Фото №1 - Өфөгә «Арктикала каникул» интерактив музейы килде

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ