Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты

Йола буйынса был көндә артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскә һалды, ижади пландарҙы барланы.

Быйылғы миҙгелдә лә төп театрҙы сағыу премьералар, оҙайлы гастролдәр, билдәле сәхнә әһелдәренең юбилей кисәләре көтә. Мәҫәлән, октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары Фидан Ғафаровтың, Нурия Ирсаеваның юбилейына арналған тамаша була. Шулай уҡ ижади коллектив тамашасыларҙы яңы премьералар менән дә һөйөндөрөргә ниәтләй.

Яңы миҙгелде асыу айҡанлы тамашасыларға Ҙифа Ҡадирова әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакле тәҡдим ителде. Мәғлүм булыуынса, уның премьераһы май аҙағында ғына булғайны. Тормошсан темаларҙы яҡтыртҡан был ижад емеше бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар әйтеүенсә, улар яратҡан театрҙарында яңы миҙгел башланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған.

Фото №1 - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 103-сө ижад миҙгелен асты

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ