“Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәс аспиранттары ассоциацияһы” башланғысында төбәктең Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән ойошторолған спорт ярыштары Мәскәүҙең ҙур спорт майҙансыҡтарында уҙҙы.
Футбол турнирында ҡатнашыусыларға билдәле совет һәм Рәсәй футболисы, тренер, спорт мастеры Олег Малюков һәм фехтование буйынса Европа чемпионы Ринат Фәйзуллин менән танышыу һәм аралашыу бәхете тейҙе. Еңеүселәргә кубоктар һәм миҙалдар тапшырылды. Республика көнөнә арналған саралар Мәскәүҙә дауам итә. Ойоштороусылар яҡташтырыбыҙҙы йәкшәмбе Кино йортонда көтә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




