«Йөрәгеңде ас» проекты сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары «Именлек» республика геронтология үҙәгендә булды.
Үҙәктә өлкән йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәшәй. Студенттар учреждение буйлап экскурсияла булды, тормош-көнкүреш шарттары менән танышҡандан һуң, өлкәндәр менән аралашты.
Бөгөн инклюзив белем биреү уҡыу йорттарында киң тарала. Шул иҫәптән юғары мәктәптәр ҙә был өлкәлә уңышлы эшләй. Юғары уҡыу йорттарында яңы шарттарҙа һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән оҫта мөғәләмә ҡороусы һөнәрмәндәрҙе әҙерләү мөһим урын алып тора.
Гүзәл Борханова







