Хәрби комиссариаттар һәм муниципалитеттар өлөшләтә мобилизация буйынса берҙәм эш итеп, резервсылар мәсьәләләрен оператив хәл иткән.
Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәт ағазалары, ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, барлыҡ муниципалитет етәкселәре лә тиерлек яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән урындарға барған, уларға төрлө әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек килтергән.
Хәҙер төп иғтибарҙы мобилизацияланған ир-егеттәрҙе махсус хәрби операция ваҡытында талап ителгән әйберҙәр менән тәмин итеүгә йүнәлтеү мөһим. Кейемдәрҙән алып медицина аптечкаһына тиклем, тине Башҡортостан башлығы.
Бынан тыш Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө. Ул хәрбиҙәргә посылка ебәрергә теләүселәрҙе көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итә. Радий Хәбиров шулай уҡ республика көнө уңайынан мобилизацияға йәлеп ителеүселәр өсөн хәрби әҙерлек урындарында мәҙәни программалар уҙғарырға ҡушты.







