Шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә социаль һәм матди ярҙам буйынса саралар планын әҙерләү бурысы ҡуйылды. Әле бөтә район һәм ҡалаларҙа Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Уларға иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был штаб ғаиләләргә ярҙам өсөн булдырылды.







