Ул киске сәғәт 7-лә башлана. “Автор йыры”, “Композитор” һәм “Текст авторы” номинацияларында еңеүселәр асыҡлана. Киске сәғәт 9-ҙа Башҡортостан артистары “Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар” тип аталған концерт менән сығыш яһай. Был тамашалар БСТ, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” телеканалдарында тура эфирҙа күрһәтелә.







