Башҡортостанда сит ил компанияларына ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыу тыйыла

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы законды тәүге уҡыуҙа ҡараясаҡ.

Ҡануниәткә ярашлы, сит илдә теркәлгән юридик шәхестәргә эҙләнеү һәм ҡаҙыу эштәре алып барыу тыйыла. Бының өсөн улар Рәсәйҙә рәсми теркәлергә бурыслы буласаҡ. Закон илдең милли иҡтисадын һаҡлауға йүнәлтелгән. Бынан тыш, ҡануиәт намыҫһыҙ компанияларҙың реестрын төҙөү мөмкинлеге бирәсәк.

Илебеҙгә ҡаршы иғлан ителгән иҡтисади һуғыш фонында бындай сара бик ваҡытлы, тип уйлайым. Ер аҫты ятҡылыҡтары беҙҙең милли байлыҡ. Ул һалым да, килем дә. Шуға күрә ҡаҙылма байлыҡтарҙан алынған табыш үҙебеҙҙә ҡалырға тейеш. Дуҫлыҡ бәйләнештәрен боҙған дәүләттәр бер ни алмаясаҡ.

Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостанда сит ил компанияларына ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыу тыйыла

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ