Иглин районы мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
Райондың алдынғы механизаторҙарына, комбайнсыларға, һауынсыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Улар араһында Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыусылар ҙа бар. Оҙаҡ йылдар умартасылар ойошмаһын етәкләгән Фәнил Ғәлләметдиновтың хеҙмәте «Иглин районының почетлы гражданины» исеме менән баһаланды.
Рәзилә Ғиниәтуллина







