Башҡортостан журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде

Ағзалыҡ танытмаһын тапшырыу сараһы билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә үтте. Ҡәләм оҫтаһының тыуыуына 126 йыл тулыу уңайынан республика матбуғат саралары вәкилдәре уның һәйкәленә һәм ҡәберенә сәскә һалып, иҫкә алды.

Башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалыусы. Башҡортостан автономияһының тәүге етәкселәренең береһе. Әҙәби башҡорт телен булдырыу мәсьәләһен күтәреп сығыусы. 28 йәшкә тиклем генә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Шәһит Хоҙайбирҙиндың исеме республика йылъяҙмаһында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Быйыл башҡорт халҡының арҙаҡлы улы тыуыуына – 126 йыл. Уның исемен йөрөткән премия ла журналистика өлкәһендә иң абруйлы наградаларҙан һанала. Лауреаттар исемлеге, әйткәндәй, яҡын арала тағы ла 3 кеше менән тулыланасаҡ. Быйыл премияға йәмғеһе 15-кә яҡын эш тәҡдим ителгән.

Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә инде йолаға әүерелгән Башҡортостан журналистары союзына яңы ағзалар ҡабул итеү сараһы уның һәйкәле янындағы майҙанда үтте. Ойошма рәйесе Вәдүт Исхаҡов уларға ағзалыҡ билеттары тапшырҙы. Бынан тыш, иң яҡшы журналистик әҫәрҙәр Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Шәһит Хоҙайбирҙиндың патриотик әҫәрҙәре бөгөн айырыуса көнүҙәк. Фекер Башҡортостандың Милли музейы тарафынан ойошторолған хәтер сараһында ла яңғыраны. Бында сәйәси эшмәкәр тураһында мәғлүмәтте йәштәр араһында таратыу мөһимлеге лә белдерелде.

Әлеге ваҡытта Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы реставрациялана.Ҡатмарлы тарихи осорҙа фиҙаҡәр хеҙмәте менән республикабыҙҙы булдырыуға көс һалған, тел һәм әҙәбиәт тип янып йәшәгән халыҡ улын беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ.

Фото №1 - Башҡортостан журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ