Өфө Рус драма театры ижади миҙгелен «Бешеные деньги» спектакле менән асты

Александр Островский пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша бөлгөнлөккә төшкән Чебоксаровтар ғаиләһе тураһында. Комедия театрҙа 11 йыл дауамында ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, тулы зал йыйҙы.

Беҙҙең театрҙа яңы миҙгелде Александр Островский әҫәрҙәре менән асыу йолаға ингән. «Бешеные деньги» репертуар

Елена Кондояниди, Өфө рус дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе

ҙа электән бар. Бынан тыш, драматургтың тыуыуына 200 йыл тулыуға бәйле, ғинуарҙа уның ижады буйынса тағы ла бер спектакль сәхнәләштермәксебеҙ.

Бер айҙан Рус драма театрында «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» спектакленең премьераһы көтөлә. Бынан тыш, тамашасылар иғтибарына камера сәхнәһендә «Камень глупости» тип исемләнгән заманса спектакль тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә театр фойеһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәсих Әхмәтвәлиевтың күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Бөтә картиналарҙы ла ижадсы театрға бүләк итеп тапшырған.

Фото №1 - Өфө Рус драма театры ижади миҙгелен «Бешеные деньги» спектакле менән асты

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ