Хөкүмәт ултырышында Белоруссия вәкилдәре менән аныҡ проекттар барланды

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, сит илдәр баҫымына ҡарамай ике республика араһында хеҙмәттәшлек нығый.

Беларусь республикаһына быйыл ғына 6 рәсми денлегация барған. Ике яҡ араһындағы компаниялар 4 миллион долларға еткән килешеүҙәр һәм контракттар төҙөгән. Баш ҡалала «Амкодор» ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүсе завод барлыҡҡа килеүе лә ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Тәүге ярты йыллыҡта ғына Белоруссиянан килетерелгән тауар күләме 24 процентҡа артты. Сөнки коммуникацияны яҡшыртҡан һайын бушлыҡтар күренә башлай. Эшҡыуарлыҡ иһә быға тиҙ иғтибар итә. Шуға күрә беҙ бизнес миссия менән алышынабыҙ. Бөгөнгө килешеүҙәрһең күплеге лә башлаған эштең һөҙөмтәле булыуна дәлил.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһындағы тауар әйләнеше быйыл  1 миллиард 800 миллион һумға еткән. Былтырғы менән менән сағыштырғанда, үҫеш 170 процент. Уны арттырыу мөмкинлектәре лә юғары. Сит ил партнерҙары беҙгә ташламалы хаҡҡа ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ өсөн кәрәк-яраҡтар  һатырға әҙер. Бөгөн үк һөтсөлөк ҡорамалдарына 5 процентлыҡ ташлама биреү тураһында килешеү ҙә төҙөлдө. Дөйөм алғанда Белоруссияның Гомель өлкәһе менән Башҡортостан араһында төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек буйынса ун бер килешеүгә ҡул ҡуйылды

650 миллион һумға баһаланған хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр өмөтлө башланғыс. Машиналар төҙөлөшө, станоктар эшләү, ауыл хужалығы һәм Гомель өлкәһенең башҡа ҡеүәтле тармаҡтары ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес бирер тип өмөт итәм.

Иван Крупко, Белоруссияның Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе
Фото №1 - Хөкүмәт ултырышында Белоруссия вәкилдәре менән аныҡ проекттар барланды

Айнур Кәбиров

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ