Республика Башлығы Радий Хәбиров Президент ярҙамсыһы менән осрашыуҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шаймортовтың исемен мәңгелештереүгә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Владимир Мединский Өфөлә Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәттең Башҡортостан бүлеге ултырышында ҡатнашты. Һөйләшеүҙә патриотик тәрбиә, Ватан мәҙәниәте мираҫын, тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Журналистар менән аралашҡанда Владимир Мединский Миңлеғәле Шайморатов республика өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн әһәмиәтле шәхес булыуын билдәләне.







