Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы. Ул социаль селтәрҙә видеояҙма урынлаштырҙы.
Республика көнө бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыу менән башланды. Унда Башҡортостан етәкселеге, ҡунаҡтар ҡатнашты. Өфөгә Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин, Рәсәй Оборона министрлығы вәкилдәре, йәмәғәт һәм мәҙәни эшмәкәрҙәре килде.







