Башҡортостан Республика көнөн билдәләй. Бөгөн Өфөлә легендар командир Рәсәй геройы, Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә. бөгөн иҫтәлекле көн, бөгөн Тыуған ил өсөн башын һалғандарҙы иҫкә алабыҙ.
Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский белдереүенсә, Миңлеғәли Шайморатов халыҡ хәтерендә геройҙар дивизияһын туплаған шәхес булып һаҡлана.
Өфөлә Совет майҙанындағы монументтың бейеклеге 15 метр. Уның авторы, скульптор Салауат Щербаков.
Һәйкәлде асыу сараһында шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Әбдрәшитов, Донецк халыҡ республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Пушилин, Оборона министрлығының Генераль инспекторы Валерий Баранов сығыш яһаны.







