Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Донецк халыҡ республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тап ошо майҙандан башҡорт дивизияһы яугирҙары фронтҡа юллана. Шуға ла был һәйкәл – легендар комдивҡа ғына түгел, Ватаныбыҙ өсөн башын һалған барлыҡ яугир яҡташтарыбыҙға хөрмәт билдәһе. Проектты тиҫтәләрсә кеше ижад иткән. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтан һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтан тыш, уның өҫтөндә художество эксперттары, ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа эшләгән.

Донецк халыҡ республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин үҙ сығышында Башҡортостанда йәшәүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Ҡатмарлы ваҡытта Башҡортостан Донбас халҡы тураһында даими хәстәрлек күрҙе, тине Денис Пушилин.

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығын айырым билдәләне. Генерал-майор үҙенең данлыҡлы хәрби карьераһы менән үҫеп килгән йәш быуынға оло өлгө булып тора тине, Владимир Мединский.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ