Баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Дөрөҫ, уның һынында һәр кем үҙ геройын төҫмөрләй, күрә. Сөнки илебеҙҙә ҡәһәрле һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр.
Мемориаль комплекс та легендар комдив менән бер рәттән яуҙа ҡатнашҡан барлыҡ фронтовиктарға, ғөмүмән, атлы башҡорт ғәскәрҙәре тарихына арнала. Архитектур ансамблдә француз яуында ҡатнашҡан данлы яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә лә барельеф күрергә мөмкин. Һәйкәл асыу сараһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Был мәлде һуңғы ике йылдың иң ҡыҙыҡлы иң көтөлгән серен асыу мәле тиергә лә мөмкин. Шайморатов һәйкәле йөҙө ошо мәлгә тиклеп йәшереп тотолдо. Йәмғиәт уны төҫмөрләргә теләп төрлө имеш-мимештәр, фараздар таратты. Ҡайһы берәүҙәр хатта, төбәк башлығына ла оҡшаған тип тә хәбәр һалды. Ысынында иһә һәйкәлдең йөҙө һәр кемгә таныш. Һәр кем уның йөҙөндә үҙ геройын, батырын күрә.
Был мәлде яҡынайтыуға, тарихи хәҡикәтте тергеҙеүгә лә һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе. Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен һорап бар республика халҡы, сит төбәктәр һәм ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һуңғы төйәге, Донбасс ерлеге лә дәррәү ҡушылды..
Һәйкәлдәр үлеләр өсөн түгел, беҙҙең өсөн кәрәк. Башҡортостанда үҫкән һәр бала ла тап Шайморатовтың лайыҡлы вариҫы булырға хыялланырға тейеш, тине Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский. Владимир Ростиславович та Шайморатовтың яҡты иҫтәлеген тергеҙеү, исемен ҡайтарыу өсөн ҙур көс һалған, был тарихтың башынан аҙағынаса үткән шәхес.
Баш ҡаланың төп майҙандарының береһендә мемориаль комплекс барлыҡҡа килеүе берҙәм эштең һөҙөмтәһе. Был яуаплы проект Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Салауат Щербаковҡа йөкмәтелде. Мөһабәт скульптура илдең баш ҡалаһында ҡойолдо, ә һәйкәл тирәләй колонналар Башҡортостанда етештерелде. Архитектур ансаблдең һәр детале үҙе бер тарих һөйләй.
Мемориаль комплекс легендар комдив менән бер рәттән яуҙа ҡатнашҡан барлыҡ фронтовиктарға, ғөмүмән, атлы башҡорт ғәскәрҙәре тарихына арнала. Һәйкәл асыу тантанаһына данлы дивизияла Берлинғаса еткән яугирҙарҙың вариҫтары ла ҡатнашты. Улар ата-олаталарының фотоһүрәттәрен тотоп килгән.
Һәйкәлде асыу ваҡиғаһы йәш Шайморатовсылар күңелендә лә ғүмерлеккә уйылып ҡаласаҡ. Бөгөн улар барлыҡ халыҡ алдында тоғролоҡҡа, берҙәмлеккә һәм тыуған илде һөйөргә ант бирҙе.
Бынан ары Совет майҙанында ошондай байрамдар йыш үтәсәк. Сөнки ҡасандыр автомобилдәр туҡталҡаһы булған урын баш ҡаланың иң сағыу, мөһабәт, зауыҡлы, архитектур йәһәттән камил урынға әйләнде.
Айнур Кәбиров







