Ҡырмыҫҡалы районында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән берлектә көҙгө йәрминкә ойошторолдо

Ҡабаҡ ауылы үҫмерҙәре сауҙаға үҙ баҡсалырында үҫтергән йәшелсә-емештәрҙе, бешерелгән тәмлекәстәрҙе һәм ҡул эштәрен һатыуға сығарҙы. Сауҙанан йыйылған аҡса мобилизацияланыусыларға кәрәк-яраҡтар алыуға тотоноласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Сауҙала һатып алыусыларҙы дәртләндереү бик отошло буласаҡ. Мәктәп уҡыусылары береһен-береһе уҙҙырып үҙ кәштәләрендәге тауарҙарҙы тәҡдим итә. Бөтәһе лә ысын эшҡыуарҙар кеүек һәр тауарға хаҡ күрһәтеп, стенд яһаған.

Мәктәп йөрминкәһендә хаҡтар артыҡ тешләшмәй. Һәр класс һатыу өҫтәлдәрен биҙәүгә ижади ҡараған. Помидорҙан романтик букет, Кишер, сөгөлдөр ҙә йомаҡ сисергә ярҙам иткәндәй. Өҫтәлдәрҙә йорт шарттарында бешерелгән ризыҡтар, ә тоҙланған йәшелсәләр, емештәр бөтәһе лә баҡсала үҫтерелгән. Ҡул эштәре лә етәрлек. 1-11 класстар менән бергә йәрминкәлә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.

Сауҙанан тыш үҫсерҙәр үҙенсәлекле концерт программаһы лә әҙерләгән. Әүҙем балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды. Тоҡ кейеп йүгереү, магнит ярҙамында балыҡ ҡармаҡлау, арҡан тартышыу. Йәрмикәнең маҡсаты-мобилизацияланыусыларға кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау.

Йәрминкәгә ҡуйылған тауарҙар сәғәт эсендә һатылып бөттө. Сауҙа итеүҙән йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Бынан тыш, мәктәп дирекцияһы төрлө номинацияларҙа әүҙем уҡыусыларҙы махсус дәртәндерәсәк.

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән берлектә көҙгө йәрминкә ойошторолдо

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ