Йола буйынса Республика көнөндә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалынды.
Рәсми сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, ил президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, Рәсәйҙең яңы төбәге – Донецк халыҡ республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, шулай уҡ төбәк һәм федераль ведомство етәкселәре ҡатнашты.
Белоруссиянан да ҡунаҡтар булды. Ҙур делегацияны Милли музыка ҡоралы – ҡурай моңдары менән ҡаршы алдылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, майҙанда Милли батыр Салауат Юлаевҡа һәйкәл 55 йыл элек асылған. Скульпторы БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев. Сәскә гөлләмәләре һалғандан һуң рәсми делегация Совет майҙанына юлланды.







