Беҙҙең республика һәм был ҡалаларҙағы заводтар араһында ике ҙур килешеү төҙөлдө. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Минск заводы менән контракт буйынса тракторҙар үҙебеҙҙә йыйыла.
Санкт-Петербург заводы менән килешеүгә ярашлы, техника Башҡортостанға ташлама менән һатыла.




