Меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов белдереүенсә, гуманитар ярҙам, өлөшләтә мобилизация, аҙыҡ-түлек килтереү буйынса мөрәжәғәттәр күп теркәлә.
Шайморатов штабына 8-800-201-89-03 һандарына шылтыратырға мөмкин. Ул иртәнге 9-ҙан сәғәт алтыға тиклем эшләй.







