Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизацияны этап-тулҡындарға бүлеү дөрөҫ түгел

Был турала Оборона министрлығынан хәбәр итәләр. Әле Ҡораллы көстәргә талап ителгәндең төп өлөшө саҡырылды, ҡайһы бер төбәктәрҙә һандар аныҡлана һәм хәрби комиссариаттарға көсөргәнешлекте кәметеү өсөн мобилизация туҡтатылып тора. Саҡырылғандар әҙерлек үҙәктәренә ебәрелгәс, ҡораллы көстәргә саҡырыу дауам итә. Шуға бындай эште тулҡын-этаптарға бүлеп ҡарарға кәрәкмәй, тип белдерәләр ведомствонан.

Фото №1 - Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизацияны этап-тулҡындарға бүлеү дөрөҫ түгел
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ