Ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо турала белдерҙе. Хәрби хеҙмәткә саҡырылған эшҡыуарҙарға ышаныс ҡағыҙы алыу, ҡуртым ваҡытын кисектереү, кредит каникулы юллау һәм башҡа мөһим документтарҙы тултырыу өсөн бер нисә көн бирелә. Юстиция һәм Оборона министрлыҡтары федераль закон проекты әҙерләй. Уға ярашлы, мобилизацияланған кешеләр бизнес хужаһы булыуҙан туҡтамай. Әле Рәсәйҙә хәрбиҙәргә бизнес менән шөғөлләнеү рөхсәт ителмәй.




