Алик Камалетдинов дин әһелдәре менән бергә Башҡорт батальоны урынлашҡан ергә барып еткән

Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов дин әһелдәре менән бергә Александр Доставалов исемендәге батальон урынлашҡан ергә барып еткән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Республика вәкилдәре тәүҙә госпиталдә булған. Унда яраланған һәм контузия алған яҡташтарыбыҙ ҡалмаған. Улар госпитализациянан баш тартып, медицина ярҙамынан һуң хәрби позицияларына әйләнеп ҡайтҡан. Бына шундай ныҡышмал һәм герой егеттәр. Ғорурланыбыҙ һәм сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ», – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Алик Камалетдинов дин әһелдәре менән бергә Башҡорт батальоны урынлашҡан ергә барып еткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ