Ярҙам төркөмө хәрби хәрәкәт башланыу менән үк барлыҡҡа килгән.
Бөгөн битараф булмаған республика халҡы даими рәүештә беренсе кәрәк яраҡтар, дарыуҙар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым тупланған посылкаларҙы хәрби бәрелеш нөктәләренә ебәреп тора. Башҡортостанда әлегә 50-гә яҡын ҡабул итеү пункты бар.
Ярҙам республиканың төрлө район ҡалаларынан, ил төбәктәренән килә. Изге эштә ҡатнашыусыларға республика предприятиелары, эшҡыуарҙар, балалар баҡсалары ла ярҙам итә. Балалар төшөрөп ебәргән һүрәттәр, йылы һүҙҙәр менән хаттар ҙа яҡташтарыбыҙҙың рухын күтәрер, тигән өмөттә ойоштороусылар.
Рәзилә Ғиниәтуллина







