Яңы коронавирус инфекцияһы ла сигенә, республикала вирустың таралыу коэффициенты Рәсәй кимәленән түбән.
Күрһәткестәрҙең яҡшырыуына профилактик саралар, битлек кейеү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ауырыуҙарҙы зоналарға бүлеп ҡабул итеү һәм вакцинация ыңғай тәьҫир иткән.
Башҡортостанда быйыл 2,4 миллион кешегә гриптан прививка эшләү ҡаралған, уларҙың 680 меңе – балалар. Республикалағы санитар-эпидимиологик хәл бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт киләсәк» федераль партия проектының йәмәғәт советы ултырышында тикшерелде.




