Тәүге экскурсия архитекторҙың үҙенән

Рәсәйҙең халыҡ рәссамы  Салауат Щербаков Өфө халҡына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле үҙенсәлектәре, архитектур ансамблдең деталдәре тураһында һөйләне. Һәйкәл ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа ҡойолған, нисек Өфөгә килтерелгән , ҡайһы барельеф ниндәй тарих һөйләй. БЮТ хәбәрселәре лә тәүге экскурсия шаһиты булды. Айнур Кәбиров һөйләй.

Ябай ғына деталдә лә тарих һәм тәрән мәғәнә. Шайморатов һәйкәлендә кескәй Миңлеғәленең бала сағы ла, яу юлы ла, башҡорт атлыларының ҡаһарманлыҡтары, халҡыбыҙҙың данлы тарихы ла ята. Мемориаль комплекс та шуға барлыҡ  яуҙа һәләк булғандарға арнала. Һәйкәл тирәләй тотош быуат тарихын төҫмөрләргә мөмкин.

Архитектур ансамблдә лә ошондай серле деталдәр күп. Шуға күрә һәйкәлде күрергә тип килгәндәр рухи -мәҙәни , эстетик ҡәнәғәтлек кенә түгел, ниндәйҙер кимәлдә аң-белем дә алып ҡайта. Мәҫәлән, ябай биҙәүес кеүек күренгән ағас япраҡтары ла Башҡорттоң булмышы тураһында бәйән итә.

Ә инде һәйкәл тирәләй теҙелеп киткән колонналар бронза һынға мөһабәтлек , бөйөклөк өҫтәй. Совет майҙанындағы үткән быуат урталарында төҙөлгән биналар ҙа был ансамблде тулыландыра ғына. Әйтерһең дә, майҙанды тап ошо һәйкәл урынлаштырыу өсөн буш тотҡандар, ти экскурсияға килеүселәр ҙә.

Совет майҙанынан һәйкәл асылғандан алып халыҡ өҙөлгәне юҡ. Әле үк уны халыҡтың иң яратҡан ял итеү урыны тип әйтергә мөмкин. Кемдер туҡтап ял итә, фотоға төшә, сыр-сыу килеп балалар уйнай, йәштәр никах туйлай. Тап ошондай яҡты тормош, тыныс киләсәк өсөн Миңлеғәле Шайморатов ғүмерен биргән дә инде.

Фото №1 - Тәүге экскурсия архитекторҙың үҙенән

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ