Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар майҙан тотоп илһөйәрлек һәм тоғролоҡ темаларына бағышланған йырҙар башҡарҙы.
Конкурс “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙ авторы” номинациялары буйынса уҙғарылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Батырҙар дәүере» патриотик фестивале финалында сығыш яһаусыларҙың ижадын илһөйәрлек һәм ватансылыҡ темалары берләштерҙе. Жюри ағзаларының ҡарары буйынса бер миллион һум тәшкил иткән приз финалистар араһында номинациялар буйынса бүленде. Өфө артисы Тимур Рамаҙановтың республика тарихына бағышланған йыры менән «Юлдаш» радиоһының ротацияһына алынды.
Бәйге финалына Башҡортостандан тыш Түбәнге Новгород, Новосибирск ҡалаларынан, Мәскәү, Киров, Ульяновск, Иванов өлкәләренән, Сыуаш, Хакасия Республикаларынан, Луганск халыҡ республикаһынан килгән ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Улар йыр аша хис-тойғолары менән уртаҡлашып, шәхси тормошо менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә алды.
Патриотик йыр фестивале финалы яңыртылған Совет майҙанында үтте. Тарихи-мәҙәни сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, конкурс бәйге өсөн түгел – патриотик тәрбиә маҡсатында ойошторолдо.
Флорида Ким







