Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских Өфө заводтарын ҡараны

Ул иң тәүҙә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Рәсми делегация һәм бизнес тармағы вәкилдәре эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсаттарын ҡуйҙы. Ульяновск өлкәһе делегацияһы заводтың уҡыу-уҡытыу үҙәктәре, лаборатория һәм конструкцияларҙы етештереү оҫтаханалары менән танышты.

Бынан тыш, Алексей Русских етәкселегендәге Ульяновск делегацияһы Өфө компрессор заводында булды. Күсмә форматта ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә транспорт өсөн ҡаралған азот станцияһы ҡоролмалары, компрессор агрегаттарҙы, күсмә заправка йыһаздарын етештереүҙе киңәйтеү һорауҙары ҡаралды. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға иғтибар артҡан осорҙа уртаҡ проекттарға төплө иғтибар бүленәсәк, тип билдәләнде.

Башҡортостан сәнәғәт тармағында үҫешкән күп төбәктәр менән эш алып бара. Ульяновск өлкәһе – самолет һәм транспорт етештереүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән төбәктәрҙең береһе. Шуға ла уртаҡ проекттар предприятиеларҙың етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ