Республика Хөкүмәтендә “Интер РАО” компанияһы вәкилдәре ҡатнашлығында ултырыш үтте. Алдағы биш йылда Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалаларында электр станциялары яңыртыла. Әле Ағиҙел ҡалаһы һәм Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә ике ҡаҙанлыҡ төҙөлә. Бының өсөн 2,5 миллиард һум йәлеп ителгән. Бынан тыш, Сибайҙа яңы электрподстанцияһы төҙөлә.







