Яҙға тиклем иммунитет нығынып өлгөрә, тип белгестәр. Башҡортостанда йыл һайын 10 мең самаһы кеше талпан ҡаҙалғандан һуң табиптарға мөрәжәғәт итә. 30 меңдән ашыу кеше энцефалитҡа ҡаршы даими прививка ала. Быйыл республикала энцефалит һәм боррелиоз менән ауырыу осраҡтары ике тапҡырға артҡан.








