Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә эштәр дөйөм майҙандың 70 процентында башҡарылған, 900 мең тонна уңыш йыйып алынған. Уртаса гектар ҡеүәте - 287 центнер. Благовар, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтары юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Благоварҙар эште теүәлләү алдында. Техник культура быйыл 5 мең 600 гектарҙа ултыртылған. Райондың баш агрономы Илшат Ғәлимйәнов һөйләй.
Раевка менән Шишмә шәкәр заводтарында 311 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән, 47 мең тонна продукция алынған.







