Өфө дәүләт нефть техник университетында «ҡара алтын» сығарыу тарихына арналған ғилми-ғәмәли конференция ойоштородо. Билдәле фән эшмәкәрҙәре, өмөтлө йәштәрҙе берләштергән халыҡ-ара сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Башҡорт нефте тарихы ул, үҙен ҡара алтын табыуға һәм разведкалауға бағышлаған меңәрләгән кешеләрҙең батырҙарса хеҙмәте. 1932 йылдың октябрендә 620 метр тәрәнлектән 500 бот нефть алына. Республикала нефть етештерә башлау Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош ил күләмендә мәртәбәле юбилей. Тәүге нефтселәр быуыны тыуған илебеҙҙең нефть химияһы сәнәғәте үҫеше өсөн тос өлөш индерә.
Бөгөнгө ысынбарлыҡта нефть продукцияһы тигәндә күҙ алдыбыҙға заправкалар килә. Нефть химияһы ул пластик материалдар, синтетик туҡымалар, каучукты ла үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусы йәш ғалимдар тармаҡ индустрияһында экологик мәсьәләргә лә иғтибар йәлеп итә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 5000 ашыу нефтсе илебеҙҙе фашистарҙан азат итергә фронтҡа юллана. Үкенескә күрә, уларҙың яртыһынан күберәге һәләк була. Тылда нефть етештереү ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төшә. Бөйөк Ватан һуғыщы осоронда 15 миллион тоннанан ашыу бензин, кәрәсин етештерелә.
Авиация, флот һәм хәрби техникала Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡ-майлау материалдары ҡулланылған. Станлинград өсөн барған яуҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү заводы продукцияһы ҡулланыла. Арбаға һалып ҡорамалдар ташып, ҡул көсө ҡулланып башланған нефть сығарыу сәнәғәте бөгөн заманса һанлы технологиялар файҙаланған алдынғы индустрия.
Яңы технологиялар ярҙамында ауыр сығарыла һәм табыла торған запастарҙы табыу өсөн мөмкинлектәр киң. Иң мөһиме: яңы продукция етештереү, химия өлкәһендә яңы асыштар илебеҙ ҡеүәтен арттырасаҡ ҡына, тип ышандыра белгестәр.
Ысынлап та, Рәсәй нефть химияһы өлкәһендә асыштар, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәле. Үҙебеҙҙәге яңы ҡорамалдар донъяла етештерлгәндәрҙән һис тә ҡалышмай. Экология һәм иҡтисад күрһәткестәрен бермә-бер яҡшыртыуға ла бөтә шарттар бар, тигән һығымта яһалды халыҡ-ара конференцияла.
Гүзәл Борханова



