Һаҡ булығыҙ, ялған шылтыратыу!

Хоҡуҡ һағында тороусылар финанс мутлашыуҙарҙың артыуы хаҡында иҫкәртә.

Ирина Турчина мутлашыусылар тоҙағына эләгермен тип бер ваҡытта ла уйламай. Ханым эске эштәр органдарында эшләп хаҡлы ялға сыға, закон боҙоуҙар хаҡында яҡшы белә. Әммә һеҙҙең банк иҫәбендәге аҡсағыҙға юғалыу ҡурҡынысы янай, тип шылтыратҡастары ҡаушап ҡала.

Ирина Турчина ике кредит картаһынан 1 миллион 300 мең һум аҡсаны мутлашыусылар әйткән ышаныслы иҫәпкә күсерә. Ханым үҙ хатаһын һәм ҡапҡанға эәлгеүен аңлағанда эш үткән була, иҫәптәге аҡсанан елдәр иҫә.

Документтары бар ине, банктың мисәте лә күрһәтелгән. Шуға күрә ысынлап та, хәүеф янай тип уйланым. Беҙгә гел картаның номерын сит кешегә әйтергә ярамай тип иҫкәртәләр, әммә банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла шылтыратмай икәнен белмәй инем. Аңлағанда һуң ине, шунан полицияға мөрәжғәт иттем.

Ирина Турчина, зыян күреүсе

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был – йыш ҡулланылған ябай схема. Әммә иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, мутлашыусыларҙың хәйләһенә ҡабыусылар юҡ түгел. Күп осраҡта тоҙаҡҡа 34 йәшкә тиклемге граждандар эләгә. Эске эштәр министрлығы статистикаһы буйынса, уҙған йылда финанс аферистар һәр етенсе кешегә шылтыратҡан.

Зыян күреүселәрҙең 15 проценты оло быуын кешеләре. Эксперттар фекеренсә, мутлашыусылар йылдан-йыл яңы схемалар уйлап таба, улар хәҙер банк хеҙмәткрәҙе булып ҡына түгел, власть органдары вәкилдәре булып та шылтырата. Шуға күрә уяулыҡты юғалтмай, һаҡ булыу, шылтыратыу килгән осраҡта банкҡа шылтыратып белешеү талап ителә.

Фото №1 - Һаҡ булығыҙ, ялған шылтыратыу!

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ