Сентябрь аҙағында Башҡортостанда Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабтары булдырылғайны.
Бындай үҙәктәрҙә «Берҙәм тәҙрә» форматында мохтаждарҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙән алып уларға юридик, психологик ярҙам төрҙәре күрһәтелә. Һәр заявка үтәлеше реаль режимда тикшерелә.
Әлегә колл-үҙәккә алты йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Башлыса мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең яҡындары шылтырата. Күптәр посылка тапшырыу, документтар тултырыу тәртибе менән ҡыҙыҡһына.
Штабтарҙа бындай ғаиләләрҙе социаль оҙатыу буйынса эш тә алып барыла. Ҡыҙыу линия телефоны 8 (800) 201-89-03. Колл-үҙәктә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ла бер көн оператор булараҡ эшләп, халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Гөлназ Хәйбуллина







