Кесе Ватан күстәнәсе. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Һарытау гарнизондарының береһендә хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн байрам концерт ҡуйҙы.
Сәхнә оҫталары башҡорт һәм рус телдәрендә патриотик һәм лирик йырҙар башҡарҙы. Артистарҙың сығышын башҡа субъект хәрбиҙәре лә алҡышланы. Шулай уҡ мобилизацияға йәлеп итеүселәрҙе Республика көнө менән Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та ҡотланы.
Ул яҡташтарыбыҙҙы башҡорт балы, сәк-сәк һәм Ҡарламандың ҡуйыртылған һөтө менән һыйланы. Бынан тыш, Марат Искәндәр улы хәрбиҙәргә мәктәп уҡыусылары хаттарын һәм һүрәттәрен тапшырҙы.







