«Шағир көндәлеге» илдең баш ҡалаһында

Булат Йосопов төшөргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы «Шағир көндәлеге» фильмы Кинематографистарҙың үҙәк йортонда күрһәтелде.

Уны ҡарарға сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, яҡташтарыбыҙ килде. Илдең баш ҡалаһы тамашасыһы менән картина өҫтөндә эшләүселәр – Рәми ролен башҡарыусы Артур Ҡунаҡбаев, ҡуйыусы оператор Станислав Амбарцумов һәм ижади төркөм ағзалары осрашты.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ