Өфөлә Төнгө футбол лигаһы уйындарына старт бирелде

Ярышты ойоштороу башланғысы менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев сығыш яһағайны.

Турнирҙа ун дүрт команда ҡатнаша. Улар араһында – Башҡортостан башлығы Хакимиәте, республика парламенты, Хөкүмәт аппараты, төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре бар. Шулай уҡ сараға хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм эре предприятиеларҙан командалар саҡырылған. Уйындар һәр шаршамбы Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.

Төнгө футбол лигаһын апрель аҙағына тиклем уҙғарыу планлаштырылған. Чемпионаттың төп призы – Шайморатов Кубогы. Тарихи тәүге матчта Ҡоролтай командаһы төбәктең спорт министрлығын 5-кә 2 иҫәбе менән еңде.

Парламент спикеры Константин Толкачев кис спорт залдары буш булыуына иғтибар итеп, футбол лигаһын ойоштора башлау тәҡдимен индерҙе. Башланғысты ведомстволар ҙа күтәреп алды. Бөгөн төбәктә төнгө хоккей лигаһы ла уңышлы бара. Унда республика башлығы һәм чиновниктар ҡатнаша.

Рөстәм Әхмәҙинуров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ