Юбилей уңайынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрам концерты ойошторолдо. Сараға балалар һаулығы һағында торған табиптар, дауаханаға нигеҙ һалыуға тос өлөш индергән ветерандар, федераль клиника белгестәре саҡырылды. “Балалар дауаханаһы эшләй башлаған йылдарҙан алып етди үҙгәреш кисерҙе”, - ти профессор, медицина фәндәре докторы Айытбай Ғүмәров.
Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлеге белгестәренә етлекмәй тыуған балалар менән эшләргә тура килә. Табиптар ауыр хәлдә ваҡытынан алда тыуған бәпестәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала. Анестезиолог Айзилә Абдуллина:
Дауаханала йыл һайын республика ҡала һәм райондарынан 25 меңдән ашыу балаға – консультатив, көндөҙгө стационар бүлектә 500-ҙән ашыу балаға медицина ярҙамы күрһәтелә.




