Республика хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Документҡа ярашлы, Донбасс һәм Украина биләмәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған доброволец ғаиләһенә 2 миллион һум күсерелә. Быға тиклем Республика Хөкүмәте хәрбиҙәр ғаиләләренә лә түләү тәртибен ҡабул иткән ине. Башҡортостанда Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәнге ирекле батальондар ойошторолдо. Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев исемендәге отрядҡа доброволецтар йыйыу бара.







