“Путин командаһы” премияһын Халыҡ фронты йәмәғәт хәрәкәте булдырған. Награда алыусылар араһында Сибайҙан волонтер-медик Эльвира Хәлисова бар. Ул Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан.
Республика “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан алып Луганск халыҡ республикаһына гуманитар конвой ташый. Луганскиҙа Рәсәй геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүҙә күп көс һалған кешеләрҙең береһе.
Бөгөн “Путин командаһы” премияһы 10 кешегә тапшырылды.







