Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлекте тикшереү өсөн республиканың төрлө төбәктәренән ун команда килде. 25 йәштән 60 йәшкә тиклемге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр баш ҡаланың “Динамо” стадионында йыйылды. “Еңеү артынан ғына килдек”ти, Дыуан районы хакимиәте хеҙмәткәре Һылыу Яруллина.
“Беҙгә һәр кем килеп көсөн һаный ала”, ти ГТО тапшырыу үҙәге етәксеһе Радик Хәмитов.




