Рәсәй Йәмәғәт палатаһында 43 төбәк буйынса Йәмәғәт күҙәтеү комиссияларының яңы исемлеген төҙөү тамамланды. Башҡортостанда ла комиссияның яңы составы булдырылды. Уға 18 кеше инде. Комиссияны кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҙур тәжрибәһе булған билдәле йәмәғәт эшмәкәре Олег Ғәлин етәкләй. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин һөйләй.




