Махсус обмундирование тегеүсе ойошма үҙенең айлыҡ килеменең ун проценты күләмендә хәрби кейемдәр оҙата. Был юлы предприятие өс йөк автомобиле экипировка, кейемдәр һәм хәрби кәрәк-яраҡтар оҙата.
Хәрбиҙәргә һәм көс структураларына форма тегеүсе компания хәйриәлек менән күптән шөғөлләнә. Тәүҙә улар кадет корпустарына, Юнармеецтарға ла мундирҙар теккән. Хәҙер иһә ярҙам һалдаттарға оҙатыла. Сөнки улар хәрби операциялар, локаль бәрелештәрҙең барплыҡ ауырлыҡтарын, үҙенсәлектәрен яҡшы белә. Ныҡлы тыл, тәьминәт булмай тороп бер ниндәй көрәште лә еңеп булмай, ти улар.
Утыҙ йыл эшләү осоронда «Магеллан» предприятиеһы байтаҡ хәрби кампаниялар тәьминәтен ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Һыу, йылылыҡ, яҡтылыҡ булмаған хәрби бәрелештәр шартарында һалдаттар тик кейемгә генә өмөт итә ала. Шуға ла ойошма хәрби костюмдарҙы камиллаштырыу, операция шарттарын иҫәпкә алып төрлө өҫтәмәләр индереү менән шөғөлләнә.
Күптән түгел генә компания вәкилдәре ялға ҡайтҡан Шайморатовсылар менән осрашып хәҙерге һуғыш алып барыу үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Тиҙҙән улар тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып тулыһынса беҙҙең илдә уйлап сығарылған тактик кейем сығармаҡсы.
Айнур Кәбиров






